Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
14 Декабрь 2019, 17:19

Эшҡыуарлыҡ сәғәте

Муниципаль район хакимиәтендә "Эшҡыуарлыҡ сәғәте" форматында сираттағы кәңәшмә үтте.

Муниципаль район хакимиәтендә "Эшҡыуарлыҡ сәғәте" форматында сираттағы кәңәшмә үтте. Уны муниципаль район хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рөстәм Шәрипов алып барҙы.
Эш төркөмө тарафынан Артем Нәбиуллиндың Подольск ауылында мини-пекарня ойоштороу тураһындағы проекты тыңланды. Артем тос хәйбулла икмәген бешереү буйынса эште башлап, уны Подольск һәм яҡын-тирә ауылдарҙа һатыуҙы ойошторорға ниәтләй.
Был проектты тормошҡа ашырыу өсөн бизнестың башланғыс стадияһында, йәғни кәрәкле ҡоролмалар һатып алыу, уны монтажлау һәм эксплуатациялау, мини-цех өсөн ҡуртымға алынасаҡ бинаны ремонтлау һәм башҡа сығымдарҙы ҡаплау өсөн инвестиция йәлеп итеү планлаштырыла. Инвестиция производствоны ойоштороу, өҫтәмә эш урындары булдырыу, урындағы бюджетты һалым менән тулыландырыуға булышлыҡ итәсәк.
Икенсе проект-"Башҡорт баҡыры" йәмғиәте тарафынан Петропавловка ауылында физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөү. Был да үҙ сиратында хәйбуллалалар өсөн эш урындары булдырыу, Петропавловка һәм предприятие эшеләренең ял ваҡытын ойоштороу, сәләмәт тормош алып барыу, спортты үҫтереү мөмкинлеген бирәсәк.
Кәңәшмә аҙағында Рөстәм Динислам улы тәҡдим ителгән проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа булышлыҡ итеү зарурлығын белдерҙе.
Читайте нас: