25 июлдә «Эшҡыуарлыҡ сәғәте» инвестиция проектының сираттағы 11-се ултырышы үтте.
Шуныһы ҡыуаныслы, үҙ эштәрен үҫтерергә теләгән район эшҡыуарҙарынан район хакимиәтенең иҡтисади үҫеш һәм инвестиция эшмәкәрлеге бүлегенә заявкалар килеү дауам итә, яңы проекттар тәҡдим ителә.
Был ултырышта Яңы Ергән ауыл биләмәһе территорияһында «А.А.Сабин крәҫтиән-фермер хужалығы базаһында һөтсөлөк тармағын үҫтереү» масштаблы проектын Александр Сабин тәҡдим итте. Проекттың маҡсаты—ауыл хужалығы техникалары һәм эре мал һатып алыуға бәйле сығымдарҙы ҡаплауға инвестиция йәлеп итеү. Инвестиция һөт продукцияларын етештереүҙе арттырыуға булышлыҡ итеп, артабан район халҡы өсөн өҫтәмә эш урындары булдырырға мөмкинлек буласаҡ.
Тәҡдим ителгән проект “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ҡатнашҡандар тарафынан хупланды, район хакимиәте башлығы Раил Ибраһимов уны тормошҡа ашырыуҙа тейешле ведомстволарҙың тотҡарлыҡһыҙ булышлыҡ ҡылырға тейешлеген билдәләне. Бына ошолай барыһын да кәңәшләшеп, уртаҡ маҡсат ҡороп алып барыу власҡа ла, йүнселдәргә лә, халыҡҡа ла уңайлы, төбәк үҫеше өсөн дә отошло.
Иҡтисад һәр заманда ла тормош-көнкүрештең төп нигеҙен билдәләй. Рәсәй Президентының ҡушыуы буйынса тормошҡа ашырылған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ ҡылыу” милли проекты ошо маҡсатҡа йүнәлтелгән – ул илебеҙҙең иҡтисади ҡеүәтен арттырырға, тимәк, халыҡтың тормош шарттарын яҡшыртырға тейеш.