Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
7 Октябрь 2025, 16:22

Ҡасан һарымһаҡ ултыртырға?

Октябрҙә баҡсасылар һарымһаҡ ултырта башлай. Йыл да ултыртһам да, уңышым насар була. Был йәшелсәне ниндәй тупраҡҡа ултыртырға икән?

18-23 октябрь – һарымһаҡ ултыртыу өсөн уңышлы көндәр. Ерҙең өҫтөн туңдырып, һыуыҡтар төшкәнсе, был йәшелсәне ултыртып ҡалығыҙ. Ул тамыр ебәреп ҡалырға тейеш.

Һарымһаҡ помидор, ҡыяр, кәбеҫтә, ҡуҙаҡлы культуралар үҫкән урында яҡшы үҫә. Ултыртыр алдынан түтәлгә ашламалар һалығыҙ, төрлө сиргә бирешмәһен өсөн бүлкәттәрен «Фундазол», «Тирам», «Максим» препараттары, марганцовка эретмәһендә тотоғоҙ. Һуңынан көлгә бутап сәсегеҙ. Ошо талаптарҙы үтәһәгеҙ, был йәшелсә уңышы менән ҡыуандырыр.

«Йәшлек» гәзитенән.

Автор:
Читайте нас