Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
6 Октябрь 2025, 16:31

Күңелһеҙ уйҙар бәйләнһә...

Тормошта теге йәки был сәбәп менән кәйефе ҡырылған кешегә күңелһеҙ уйҙар тынғы бирмәй. Бындай тороштан ҡотолоу өсөн түбәндәгеләрҙе кәңәш итәбеҙ.

  • Иң башта һеҙ үҙегеҙҙә бәйләнсек уйҙар барлығын танырға һәм уларҙан ҡотолорға ҡарар ҡылырға тейеш.

 

  • Сәләмәтлегегеҙҙе уйлағыҙ һәм йән тыныслығы өсөн яуаплылыҡты үҙ өҫтөгөҙгә алығыҙ.

 

  • Насар хәлдәрегеҙҙе ҡат-ҡат уйлап йәки кешеләргә һөйләп, үҙегеҙҙе ышандырмағыҙ. Һүҙҙең ысынға ашыуы барлығын хәтерегеҙҙән сығармағыҙ.

 

  • Әлеге халәтегеҙҙең ыңғай яҡтарын табығыҙ һәм шуның тураһында йышыраҡ уйлағыҙ. Мәҫәлән, һеҙҙе эштән бушатҡан осраҡта, әлегә өйҙә ял итеүҙән ҡәнәғәтлек алырға тырышығыҙ.

 

  • «Нимә булһа ла – яҡшыға!» тигәнде онотмағыҙ. Иртәгәһе көндән ҡурҡмағыҙ.
  • Насар уйҙарға ҡаршы иң яҡшы ҡорал – доға. Танылған табип, Нобель премияһы лауреаты Алксис Каррель былай тигән: «Доға – кешенән нур рәүешендә һарҡыла торған иң көслө энергия. Доғаның көсө Ерҙең тартыу көсөнә тиң. Мин бер нисек тә дауалап булмай торған ауырыуҙарҙың үҙҙәре ҡылған доғаның тәьҫире ярҙамында һауыҡҡандарын күргәнем бар. Беҙ доға ҡылғанда ғаләмдең икһеҙ-сикһеҙ йәшәү көсө менән элемтәгә керәбеҙ, үҙебеҙҙең йәнде һәм тәнде һауыҡтырабыҙ. Аллаһы Тәғәлә иблистән көслөрәк. Аллаға мөрәжәғәт итеү насар уйҙарҙан арындыра».

 

          «Йәшлек» гәзитенән алынды.

Автор:
Читайте нас