Ингредиенттар :
Эремсек — 200 г
Алма— 2 ҙур
Йомортҡа— 2 шт
Он — 100 гр
Шәкәр — 50 гр
Ҡабартҡыс — 1 балғалаҡ
Әҙерләү:
Йомортҡа менән шәкәрҙе ҡабарғансы туҡырға.
Был массаға он һәм ҡабартҡысты ҡушып тағы оҙаҡ ҡына болғатырға.
Эремсек өҫтәйбеҙ һәм төйөрҙәре бөткәнсегә тиклем туғыйбыҙ.
Алмаларҙы шаҡмаҡлап турап өҫтәп ебәрәбеҙ.
Формаға ҡойоп, мейескә оҙатабыҙ
190° 30 минут тирәһе бешә
Сәйҙәрегеҙ тәмле, тормошоғоҙ йәмле булһын