Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
21 Сентябрь 2023, 11:21

Үҙе әсе, үҙе тәмле

“Ул төрлө аштарға, бигерәк тә мантыға ҡушып ашарға һәйбәт. Бешермәй эшләгәс, файҙалы ла”, - ти Розалия Ибраһимова. 

Үҙе әсе, үҙе тәмле
Үҙе әсе, үҙе тәмле

Розалия Ибраһимова исемле ханым социаль селтәрҙә үҙенсәлекле рецепт менән бүлеште.

“Был үҙе әсе, үҙе тәмле тәмләткесте йыл да яһайым. Ашҡа һалырға, мантыға ҡушып ашарға бик тәмле. Ҡыш көнө бигерәк тә файҙалы, сөнки бешермәйенсә яһала.

500 грамм помидор, 500 грамм татлы борос, 300 грамм һарымһаҡ, 200 грамм әсе борос алына. Уларҙы барыһын да ит турағыс аша үткәрәбеҙ. Шуға 50 грамм “Хмели-сунели” тәмләткесе, 150 грамм тоҙ, ике аш ҡалағы шәкәр, самалап көнбағыш майы һалып, яҡшы итеп болғайбыҙ. Ошо массаға иң аҙаҡтан бер таблетка аспирин иҙеп һалам, ул ҡабарыуҙан һаҡлай.

Бәләкәйерәк банкаларға һалһаң, яҡшыраҡ. Һыуытҡыста ла, иҙән аҫтында ла яҡшы һаҡлана, әммә оҙаҡҡа етмәйәсәк, сөнки бик тәмле, шунда уҡ ашалып бөтә”, - тип яҙҙы Розалия Ибраһимова.

Сығанаҡ һәм фото: vk.com/sovet1001receipt

 

https://bashgazet.ru/articles/matur-t-en-yaly-y/2023-09-21/e-se-e-t-mle-3447457

 

Автор:
Читайте нас: