Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
21 Июль 2023, 15:42

Аҡ сәскә йыйыр мәл

Ромашканы ниндәй ауырыуҙарҙан нисек файҙаланалар? Ябай ғына рецептар тәҡдим итәбеҙ.

Аҡ сәскә йыйыр мәл
Аҡ сәскә йыйыр мәл
Күп ҡатын-ҡыҙҙар ромашканы киптереп, аҙаҡ уның төнәтмәһен сәс йыуғандан һуң ҡуллана. Шулай уҡ тамаҡ шешкәндә аҡ сәскә төнәтмәһе менән сайҡатырға мөмкин, уны сәй итеп тә эсәләр. Дарыу булараҡ, ромашканы дезинфекциялау, тирләү өсөн файҙаланалар.
Ашҡаҙан-эсәк, бауыр һәм үт ҡыуығы юлдары ауырыуҙарын дауалау өсөн бер стакан ҡайнаған һыуға бер аш ҡалағы сәскә иҫәбенән төнәтмә әҙерләргә, һөҙгәс, көнөнә өс-дүрт тапҡыр бер-ике аш ҡалағынан алып 1/3 стаканға тиклем эсергә кәңәш ителә.
Күрем килмәй торһа, ромашка сәскәләренән, бөтнөк япраҡтарынан һәм валериан тамырынан әҙерләнгән төнәтмә эсергә мөмкин. Бер аш ҡалағы ошо йыйылманы бер стакан ҡайнап торған һыуҙа бешерәләр. Ҡайнар килеш көнөнә ике-өс тапҡыр яртышар стакан эсәләр.
Халыҡ медицинаһында ромашка төнәтмәһе йыш ҡына ауыртыуҙы баҫыусы, тынысландырыусы сара булараҡ ҡулланыла. Ауыҙ эсе боҙолғанда, ангина ваҡытында ауыҙҙы, тамаҡты сайҡатыу өсөн һәйбәт. Был осраҡта төнәтмә бер стакан һыуға 20 грамм ромашка сәскәһе һәм дүрт грамм бор кислотаһы ҡушып яһала.
Күҙ ҡабаҡтары ауыртҡанда уны аҡ сәскә төнәтмәһе менән иртән һәм кис йыуалар. Тимерәү, йәрәхәт, тәрән яра булһа, рентгендан һуң ромашка төнәтмәһенән ванна яһайҙар йә уны кәрәкле урынға бәйләйҙәр. Бәрелгән, һуғылған осраҡта, ревматизм һәм подагра сәбәпле быуындар ауыртҡанда ромашкалы эҫе компресс ҡуйырға мөмкин. Бының өсөн ике-өс аш ҡалағы аҡ сәскәне бутҡа барлыҡҡа килгәнсе бешерәләр, уны ҡайнар килеш таҙа туҡымаға һалалар ҙа ауыртҡан урынға ҡаплайҙар.
Иҫкәрмә: ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшеү мотлаҡ.
 
 
 
Автор:
Читайте нас: