Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
14 Июль 2023, 11:55

Ҡырмыҫҡа менән бетсәләр йәнәш йәшәй

Быйылғы эҫе һауа торошо төрлө ҡоротҡостарҙың үрсеүенә булышлыҡ итә

Ҡырмыҫҡа менән бетсәләр йәнәш йәшәй
Ҡырмыҫҡа менән бетсәләр йәнәш йәшәй

Ҡарағаттың йәш япраҡтары бөршәйеп ултыра икән, тимәк уның аҫтында бетсәләр үрсей. Унан ҡотолоу юлдары байтаҡ, әммә тәү сиратта ҡырмыҫҡаға ҡаршы көрәшер кәрәк. Тап ҡырмыҫҡа бетсәләр колонияһын үрсетә.

Бетсәләрҙән ҡотолоу өсөн бөршәйгән япраҡтарҙы йыйып алып, яндырығыҙ. Улар яратмаған бәрхәт сәскәһен, һуған, бөтнөк, меңяпраҡ, базиликты баҡсала күберәк ултыртығыҙ.

Бетсәләрҙе яртаҡан файҙалы бөжәктәрҙе ылыҡтырыу ҙа ыңғай һөҙөмтә килтерә: алтынкүҙ һәм ҡамҡалар кеблә менән туҡлана. Улар ҙа бәрхәт сәскәһен, мәтрүшкә, меңяпраҡты ярата.

Уңышты йыйғандан һуң, Алиот, Инта-Вир, Кинмикс, Фуранон-Нова кеүек дарыуҙарҙы ҡулланырға мөмкин.

 

Инфографика "Россельхозцентр" үҙәгенән алынды.

Автор:
Читайте нас: