ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
14 Июля 2023, 09:20

Йоҡоһоҙлоҡтан мәтрүшкә сәйе ярҙам итә

Депрессия, хәлһеҙлек ваҡытында, арығанлыҡты бөтөрөү өсөн дә мәтрүшкә сәйе эсәләр.

Добавить в предпочтительные источники Google
Йоҡоһоҙлоҡтан мәтрүшкә сәйе ярҙам итәЙоҡоһоҙлоҡтан мәтрүшкә сәйе ярҙам итә
Йоҡоһоҙлоҡтан мәтрүшкә сәйе ярҙам итә

Бер аш ҡалағы ҡоро мәтрүшкәгә 1 стакан ҡайнаған һыу ҡойоп, ут өҫтөндә ҡайнатып сығарырға, унан тағы 10–15 минут һүрән утта тоторға кәрәк. Һуңынан һыуытып, һөҙөп ҡуйыла. Был ҡайнатманы йоҡоһоҙлоҡтан интеккәндә ҡулланырға була. Ул вакытта бер сирек стакан мәтрүшкә төнәтмәһенә бер сәй ҡалағы бал һалып эсеү кәңәш ителә.

Депрессия, хәлһеҙлек ваҡытында, арығанлыҡты бөтөрөү өсөн дә мәтрүшкәне ҡулланырға була. Ябай заварка сәйнүгенә 1 сәй ҡалағы мәтрүшкә, 2–3 сәй ҡалағы йәшел сәй һалырға кәрәк.

Йыш көйһөҙләнә торған балаларға ла мәтрүшкә һалып төнәтелгән сәй бирәләр.

Сығанаҡ: "Файҙалы кәңәштәр" төркөмө.

Фото асыҡ сығанаҡтан алынды.

Автор: