Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
15 Июнь 2023, 18:20

Ҡыярҙан мул уңыш алам тиһәң

Ҡыярҙың 3-4 япрағы барлыҡҡа килгәндән һуң, бер биҙрә һыуға 30 тамсы йод, 20 г кер һабыны, 1 литр һөт ҡушып болғатып, ошондай төнәтмә менән ун көн һайын япраҡтарын эшкәртегеҙ.

Ҡыярҙан мул уңыш алам тиһәң
Ҡыярҙан мул уңыш алам тиһәң

*Кистән бер икмәкте һыуға ебетеп ҡуйығыҙ. Иртәнсәк уға бер бәләкәс һауыттағы йодты, 1 литр һыу өҫтәп, ҡыярҙың япраҡтарына һиптереп сығығыҙ. Артып ҡалғанын һалҡын ерҙә һаҡлағыҙ. Ике аҙна һайын ошондай төнәтмә менән эшкәртһәгеҙ ҡыярҙарығыҙ ҙа, уның япраҡтары ла көҙгә тиклем һәр саҡ йәшел булып ҡалыр.
*2 литр эремсек һыуында 150 г шәкәрҙе иретергә. Уның менән ҡыяр япраҡтарына һиптереп һәм төптәренә ҡойоп сығырға. Ошондай иретмә ҡыярҙарҙан һәм боростарҙан тиҙ арала мул уңыш алырға ярҙам итә.
*700 г банкаға тултырылған һуған ҡабығын 10 литрлыҡ биҙрәлә ҡайнатып сығарырға ла, ҡапҡас менән ҡаплап 12-14 сәғәткә ҡуйып торорға. Артабан һуған ҡабыҡтарын һөҙөп алырға ла, 1 литрғ 4 литр һыу өҫтәргә. Ҡыяр япраҡтарына бер нисә тапҡыр һиптерергә һәм төптәренә ҡойорға.
*1 литр эремсек һыуына 5 литр һыу өҫтәп ҡыярҙарға һибеү ҙә файҙаға, улар мул уңыш менән һөйөндәрәсәк

Автор:
Читайте нас: