Был ҡоймаҡты бешкән крем менән төрәйек.
Ингредиенттары:
1 литр һөт
250 гр он
4 йомортҡа
саҡ ҡына үҫемлек майы
Эслек өсөн:
70 гр аҡ май
270 гр шәкәр
1 балғалаҡ разрыхлитель
семтем тоҙ
тәменә ҡарап ванилин алына.
Башта онға ярты литр һөт, 2 йомортҡа, 1 аш ҡалағы шәкәр, разрыхлитель, тоҙ һәм тәменә ҡарап ванилин ҡушып болғатабыҙ. Унан ҡоймаҡ ҡоябыҙ.
Эслеккә сират етте. 1 стакан шәкәр менән 2 йомортҡаны ҡушып туҡыйбыҙ. Унан 3 аш ҡалағы он һәм ванилин ҡушып болғатабыҙ. 500 мл һөт ҡойоп, яҡшылап болғатабыҙ.
Был ҡатнашманы урта ҡыҙыулыҡтағы утта болғата-болғата ҡайнатып сығарабыҙ. 70 гр аҡ май ҡушып, йәнә 5-10 минут бешерәбеҙ.
Ҡоймаҡтың ике яҡ ситен ҡырҡып сығабыҙ. 2-3 ҡалаҡ крем һалып төрәбеҙ.
Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле, йома мөбәрәк булһын!