Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
11 Май 2023, 12:41

Ҡан баҫымы юғары булған кешеләргә файҙалы ризыҡтар

/

Ҡан баҫымы юғары булған кешеләргә файҙалы ризыҡтар
Ҡан баҫымы юғары булған кешеләргә файҙалы ризыҡтар
  1. Майһыҙландырылған эремсек. Ул ҡан тамырҙарын киңәйтә, кальций, магний, калий менән туйындыра. Көн һайын 100 грамм ашарға кәңәш ителә.
  2. Ҡыҙыл болгар боросо. Иң күп С витамины әлеге йәшелсәлә. Көн һайын ике борос ашаған кешенең организмы С витамины менән тулайым байытыласаҡ.
  3. Көмөрө балыҡ (горбуша). Был балыҡтағы Омега-3 витамины ҡан баҫымын төшөрөргә булышлыҡ итә. Аҙнаға өс көн 100-150 грамм ашаһаң, бик яҡшы!
  4. Һоло бутҡаһы гипертониктарҙың менюһында һәр иртә булырға тейеш. Тикшеренеүҙәр һолоның организмды селен менән тулыландырыу сығанағы, унда клетчаткалар күп булыуын күрһәтте.
  5. Ҡабаҡ орлоҡтары цинк дефицитын тулыландырасак һәм инфаркттан ҡотҡарасаҡ. Көн дә тәмләткес урынына 20 грамм ашау ҙа етә.
  6. Какао ҡан тамырҙарының торошон яҡшырта. Әммә ул калориялы эсемлек. Аҙнаһына 1-2 сынаяҡ етә.
  7. Майһыҙ һөттә калий, кальций, магний, витаминдар бар һәм улар гипертониктың хәлен яҡшырта. Көнөнә 3 стакан эсергә була.
  8. Әсе шоколад йөрәк мускулын нығыта, унда антиоксиданттар бар һәм ҡан баҫымын 5-10 күртәткескә кәметергә һәләтле.
  9. Миндаль сәтләүегендәге моножирҙар холестерин кимәлен кәметә. Был сәтләүектә калий, магний, Е витамины бар. Былар барыһы ла ҡан баҫымын кәметеү өсөн кәрәк.

10. Йәшел сәйҙе даими ҡулланғанда ул холестерин төйөрсөктәрен иретә, унда антиоксиданттар күп, организмдың ҡартайыуын тотҡарлай. Японияла гипертония менән ауырмайҙар тиерлек, сөнки унда иң күп йәшел сәй эсеүселәр йәшәй.

 

https://ejansura.ru/news/faiza/2023-05-10/an-ba-ymy-yu-ary-bul-an-keshel-rg-fay-aly-rizy-tar-3252288

 

Автор:
Читайте нас: