Бөтә яңылыҡтар

Сүп үләндәренә ҡаршы һөҙөмтәле ысул

/

Сүп үләндәренә ҡаршы һөҙөмтәле ысул
Сүп үләндәренә ҡаршы һөҙөмтәле ысул

Баҡсасылар өсөн ҡыҙыу осор башланды. Хәҙер күптәр иртәнән кискә ҡәҙәр баҡсаһында мәж килә: йыйыштыра, ер ҡаҙа, һөрә, сәсә. Яҙ етеү менән сүп үләндәре лә әүҙем баш ҡалҡытты. Уларға ҡаршы бер баҡсасы ҡулланған ысулды тәҡдим итәбеҙ. "Уны өй шарттарында еңел әҙерләргә мөмкин, миңә файҙаһы тейҙе", – ти ул.

"Кәрәк буласаҡ: 9 процентлы аш һеркәһе, лимон кислотаһы, 40 процентлы спирт, ҡашығаяҡ йыуыу сараһы, һыу. Икешәр ҡалаҡ (күләм ошо нисбәттән сығып алына) аш һеркәһе, посуда йыуыу өсөн шыйыҡса, лимон кислотаһына 50 мл спирт (араҡы) һәм өс стакан һыу ҡушыла. Бөтәһен бергә яҡшылап бутап, һиптергесле һауытҡа ҡоябыҙ. Ямғырһыҙ көндө сүп үләне күп таралған ергә һиптерәбеҙ".

Фото:golosros.ru

“Башҡортостан”дан.

 

https://ejansura.ru/articles/faiza/2023-04-30/s-p-l-nd-ren-arshy-mt-le-ysul-3240493

 

Автор:
Читайте нас: