Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
26 Апрель 2023, 11:20

Эзбизгә дегет ҡушығыҙ

Ауыл хужалығы белгесе ҡоротҡостарға ҡаршы көрәшеү юлдарын өйрәтә.

Эзбизгә дегет ҡушығыҙ
Эзбизгә дегет ҡушығыҙ

Ауыл хужалығы белгесе Лилиә Нуретдинова баҡсасыларға яҙын ағас-үҫентеләр менән бергә уяныусы, баҡсаға зыян килтереүсе бөжәктәр менән көрәшеү юлдарын өйрәтә.

– Ҡояш нурҙары саҡ ҡына йылытыу менән баҡса күҙгә күренеп үҙгәрә. Кисә генә йоҡлаған бөрөләр асыла, сәскәләр морон төртә башлай. Әммә ҡоротҡос бөжәктәр ошо мәлде шулай уҡ көтә. Иртә яҙ – улар менән көрәшеү өсөн иң уңайлы мәл. Тап ошо ваҡытта баҡсаны төрлө дарыуҙар менән эшкәртеп ҡалырға кәрәк. Улар ауырыуҙарҙы һәм бөжәктәрҙе таралмаҫ борон юҡ итәсәк.

Тәүге сиртта һәр ағасты ентекләп ҡарап сығырға кәрәк:

–  Ҡарт ағастарҙың олонон шпатель йә тимер щетка менән таҙартып сығығыҙ. Сөнки айырылып торған ҡайыр аҫтында бөжәктәр ҡышлай, унан йомортҡа һала башлай;

– Емеш биргән ҡыуаҡтарҙың ботаҡтарын һәм бөрөләрен тикшерегеҙ. Уларға эҫе һыу ҡойорға кәрәклеге тураһында беләһегеҙ инде;

– Бөжәктәр ҡышлаған урындарҙы таҙартып сығығыҙ: былтырғы япраҡ, олондарҙағы тишек-тошоҡ, кипкән ботаҡтар – быларҙың барыһы ла уларҙың йомортҡа һала торған ҡыуышы. Иң шәп ысул – яндырыу.

– Ағастарҙың һаулығын һаҡлар өсөн эзбиз менән аҡлап сығығыҙ. Тәү сиратта был ысул ағастарҙың олонон ҡояш нурҙарынан һаҡлаһа, икенсе яҡтан ҡайыр аҫтына бөжәктәрҙең ҡунаҡлауына ирек бирмәйәсәк. Эзбизгә дегет ҡушырға мөмкин. Дегеттең еҫе бөжәктәргә лә оҡшамай.

Баҡсаны ҡоротҡостарҙан һаҡлауҙың тағы бер һәйбәт ысулы – дарыу һиптереү. Быны дүрт этапта эшләргә кәрәк. Тәүгеһе – бөрөләр бүрткәс эште башларға кәрәк.

Икенсе этап япраҡтар асылғас. Сөнки тап йәшелләнеп сыҡҡан япраҡтар ҡоротҡостар өсөн иң тәмле аҙыҡ.

Өсөнсө этап – ҡыуаҡтар һәм ағастар сәскә атыр алдынан. Тик сәскә атты икән, дарыу һиптерергә ярамай. Ағыуы емештең уртаһында тороп ҡаласаҡ.

Дүртенсе этап – сәскә атҡандан һуң эшләнә. Алма баш бармаҡ тырнағы хәтлем, ҡарағат һәм крыжовник борсаҡ хәтлем булғас, дарыу һиптерегеҙ.

Ағастарҙы тулыһынса эшкәртергә кәрәк. Осонан алып, олононоң төбөнә тиклем! Бер ҙур ағасҡа 5 – 6 литр дарыу, ҡыуаҡҡа 1 – 1,5 литр дарыу сарыф ителә. Препараттарға килгәндә иһә ҡоротҡостарҙың күпселегенә ҡаршы көрәшкәнен алырға кәрәк. Ағыу буласаҡ уңышҡа насар тәьҫир итер тип ҡурҡмағыҙ, уларҙың һәр береһенең үҫентеләрҙе һаҡлау ваҡыты сикләнгән, - тип кәңәш итә тәжрибәле баҡсасы.

Автор:Юлай Мурзабаев.
 
 
 
Автор:
Читайте нас: