Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
20 Апрель 2023, 10:58

Ҡыярың уңһың, тиһәң...

Хәҙер инде ҡыярҙың бәйләмләп уңыш биреүсе сорттары бар. Был төр йәшелсәнең үҙенсәлеге шунда: бер төптән 150-гә тиклем ҡыяр йыйып алырға мөмкин. Шунлыҡтан аҙ майҙанда ла уңыш мул була.

Ҡыярың уңһың, тиһәң...
Ҡыярың уңһың, тиһәң...

Был йәшелсәнең ҡыуаҡ кеүек үҫә торған сорттарын ултыртҡанда, аҙ ғына ерҙән дә мул уңыш алып була. 

Әле ҡасан ғына ҡыуаҡ кеүек үҫә торған ҡыяр орлоҡтары яңылыҡ һанала ине. Хәҙер инде ҡыярҙың бәйләмләп уңыш биреүсе сорттары бар. Был төр йәшелсәнең үҙенсәлеге шунда: бер төптән 150-гә тиклем ҡыяр йыйып алырға мөмкин. Шунлыҡтан аҙ майҙанда ла уңыш мул була. Бәйләмләп уңыш биреүсе ҡыярҙы йыш ултыртмағыҙ. Асыҡ тупраҡта бер квадрат метрға 4 төп етә. Йәш бөрөләрҙең үҫеше тотҡарланмаһын өсөн өлгөргәнен йыш йыйырға кәрәк. Уңышы мул тип, орлоҡҡа ҡалдырмағыҙ, унда гендар һаҡланмай. Уңыш биргәндә минераль ашлама менән туҡландырығыҙ. Ул булмағанда үләндәр төнәтмәһе лә ярай.
Ҡыяр мыйыҡ ебәрһә, еп һуҙып йәки таяҡ ҡуйып, өҫкә үрмәләтергә кәрәк.

Ҡайһы бер баҡсасылар, был сортты алып та, ҡыярҙың уңышы түбән булыуына зарлана. Был осраҡта сорт ғәйепле түгел, ә үҫтереүҙә хаталар булған тигән һүҙ. Бәлки, яҡтылыҡ, йылы етмәгәндер, ел һуғып торған ерҙә үҫкәндер. Ямғырлы йәйҙә бындай йәшелсә асыҡ һауала матур булып үҫмәйәсәк. Ҡыҫыр сәскәләре булмаһын өсөн «Эпин», «Циркон» препараттары менән эшкәртегеҙ. Яҡшы уңыш алыр өсөн һыуҙы мул һибергә, азотлы ашламалар менән бик мауыҡмаҫҡа кәрәк.

Ниндәй сорттары яҡшы?

Теплица өсөн «Мальчик с пальчик», «Младший лейтенант», «Три танкиста», «Марьина роща» сорттары яҡшы. Һабаҡтары йәйелмәйенсә үҫеүсе сорт ултыртҡығыҙ килһә, «Муравей», «Кузнечик», «Козырная карта» сорттарына өҫтөнлөк бирегеҙ.
F1 «Желудь», F1 «Капитан» сорттары ла һәйбәт. Температура 15, 16 градусҡа еткәс кенә асыҡ грунтҡа ултыртығыҙ.
Теплицаға сәсергә F1 «Балконный», F1 «Карапуз» сорттары бара.

Фото: ирекле сығанаҡ. 

 

https://shonkar.com/articles/fay-aly-k-sht-r/2023-04-19/yyary-u-y-ti-3227206

 

Автор:
Читайте нас: