Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
19 Апрель 2023, 11:57

Бәпембә сәскәһе ҡалҡып сығыуға ла күп ҡалманы...

Уның менән эшләнгән файҙалы төнәтмәләрҙе эшләргә әҙерһегеҙме?

Бәпембә сәскәһе ҡалҡып сығыуға ла күп ҡалманы...
Бәпембә сәскәһе ҡалҡып сығыуға ла күп ҡалманы...

Бәпембәлә булған витаминдар һәм антиоксиданттар яман шештән һәм ҡанда шәкәрҙең күбәйеүенән һаҡлай, ҡалҡан биҙенең, бауырҙың һәм йөрәк-ҡан тамыры системаһының яҡшы эшләүенә булышлыҡ итә.
Ул эренләгән яраларҙы, бешкән һәм туңдырған урындарҙы, оҙаҡ ятыуҙан тән боҙолоуын дауалай, һыу-тоҙ алмашыуына шифалы тәьҫир итә. Был күркәм үҫемлек көс биреүгә эйә була, кәйефте күтәрә, шуға ла үтә арығанда, көсөргәнешле борсол-ғанда һәм хроник арығанлыҡ билдәләрендә тәҡдим ителә. Бәпембә сәскәһе бешерелгән һыу эс ҡатҡанда, йоҡоһоҙлоҡта һәм ҡан баҫымы күтәрелгәндә ярҙам итә. Үҫемлектең спиртлы төнәтмәһен ревматизмда ауыртҡан урындарға һөртәләр. Сылатҡыс һәм компресс килеш быуындар ауыртҡанда ҡулланалар, ә һөлдәне нығытырға һәм һөйәктәрҙең ялғанып үҫеп китеүен тиҙләтеү өсөн үҫемлектең һутын саф килеш йәки кишер һуты менән ҡушып ҡабул итергә кәңәш бирелә.

Бәпембә үләненән рецептар

Аҙ ҡанлылыҡты дауалау. 3 аш ҡалағы бәпембә сәскәһен һәм 3 аш ҡалағы кәкүк емешен (медуница) ҡушып бутарға. 2 аш ҡалағы кесерткән һәм 1 аш ҡалағы әрем өҫтәргә. 1 литр ҡайнар һыу һалырға. Көнөнә 6 тапҡыр 50-шәр мл төнәтмәне эсергә.

Бәпембә һутын нисек итеп эшләргә һәм һаҡларға. Бының өсөн үҫемлекте тамыры, япраҡтары һәм сәскәләре менән ит үткәргес аша үткәрәләр һәм марля аша һығып сығаралар. Һаҡлау өсөн ярты литр һутҡа 100 г спирт йәки 400 г араҡы ҡушалар һәм стериль банкаларға бушаталар.

Һипкелдән төнәтмә. Бәпембәнең ағартыу үҙенсәлектәре уникаль. Бер ус бәпембә сәскәләренә бер стакан ҡайнар һыу һалырға. Төнәтмә һыуынғас, һөҙөргә һәм шешәгә һалырға. Мамыҡ тампоны ярҙамында һипкелдәр күберәк бул-ған урындарҙы иртән һәм кис һөртөргә. Был төнәтмәне һыуытҡыста боҙ кубиктары итеп туңдырырға һәм шулар менән иртән битте һөртөргә мөмкин.

Һипкелдәрҙе бөтөрә һәм бит тиреһен тонуслай, шешенгәнде бөтөрә.

Шифалы сәй. Ғәҙәттә бәпембә сәскә ата башлағанда ер өҫтөндәге өлөшөнөң ҡоро йәш үҫемлеген ҡулланалар (япраҡ биҙәге һәм сәскә бөрөһө). Шуның бер ҡалағын бер стакан ҡайнар һыуҙа бер сәғәт төнәтәләр, фильтр аша үткәрәләр. Көнөнә 2-3 тапҡыр ашағанға тиклем 20-25-шәр мл эсәләр.

Шифалы ҡайнатма. 200 бәпембә сәскәһен йыябыҙ, 1 лимонды ваҡ итеп турайбыҙ, бер литр һыу өҫтәйбеҙ һәм 6-7 сәғәт төнәтәбеҙ. Һар-ҡытабыҙ, һығып сығарабыҙ, төнәтмәгә 1 кг шәкәр ҡушабыҙ һәм уртаса утта сәғәт ярым ҡайнатабыҙ. Бындай ҡайнатма тәме буйынса балды хәтерләтәсәк. Ул бауыр ауырыу- ҙарында, хатта цирроз булғанда бик файҙалы.

Ҡаршы күрһәтмәләр булыуы мөмкин. Белгес менән кәңәшләшегеҙ.

Автор:
Читайте нас: