Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
11 Апрель 2023, 15:57

Бик тәмле самса

Беҙгә 2 килограмм он, 100 грамм үҫемлек майы, 150 грамм һары май, 50 грамм тоҙ, 400 грамм һыйыр ите, 200 грамм һуған, 1 йомортҡа кәрәк.

Бик тәмле самса
Бик тәмле самса

Он, тоҙ, үҫемлек майы, һыу менән артыҡ ҡаты итмәй генә ҡамыр баҫабыҙ. Нәҙек кенә итеп, бер нисә миллиметр ҡалынлыҡта ҡамырҙан йәймә йәйәбеҙ.Уның өҫтөнә һары май яғып, урама итеп урайбыҙ. Ике сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ.

Һыуытҡыстан алып, ҡамырҙы 80 грамм самаһы ауырлыҡтағы киҫәктәргә бүлеп сығабыҙ ҙа һәр береһен айырым йәйәбеҙ. Ҡатламдары күренеп торорға тейеш.
Эслек өсөн итте ҡул менән ваҡ ҡына итеп бүләбеҙ (ит турағыстан үткәргәндә тәме икенсерәк килеп сыға). Һуғанды ла ваҡ киҫәктәргә турайбыҙ. Ҡара борос, тоҙ һалабыҙ.
Йәйелгән ҡамырға эслек һалып, өсмөйөш рәүешендә урайбыҙ. Өҫтөнә йомортҡа яғабыҙ һәм кунжут орлоғо һибәбеҙ. 180 градусҡа
тиклем йылытылған мейескә ҡуябыҙ. Өҫтө алһыуланып бешеп сыҡҡансы тотабыҙ.

Гөлшат ҠУНАФИНА.

Сығанаҡ: bashkizi.ru

Фото:yandex.ne

Автор:
Читайте нас: