

Кәрәк:
Лаваш
3 йомортҡа
270 грамм корейса кишер
Майонез
Укроп, петрушка
Әҙерләү тәртибе:
Лавашты йәйеп ҡуябыҙ, өҫтенә майонез һылайбыҙ. Йомортҡаны эре ҡырғыстан үткәреп, лаваш өҫтөнә һибәбеҙ. Корейса кишерҙе бераз ваҡлайбыҙ, йомортҡа өҫтөнә һалабыҙ. Укроп, петрушканы турап, һибеп ебәрәбеҙ. Лавашты рулет итеп төрөп, 2 сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ.
Тәмле булһын!
“Татар халыҡ аштары”нан
https://dimbuizary.ru/articles/godpoleznihdel/2023-04-05/t-mle-rulet-3204435