

Кеше тәүлегенә 2-2,5 литр һыу эсергә тейеш. Йәйгеһен эҫелә һыуға ихтыяж тағы ла арта. Зәйтүн һәм етен майы, алма һеркәһе, һарымһаҡ, һуған, сөгөлдөр, помидор, томат һуты, емеш-еләк, сейә ҡанды шыйығайта, ә ҡара миләш, гөлйемеш, аҡ икмәк, банан, манго, һары мәтрүшкә, кесерткән ҡуйырта. Ҡаны ҡуйы булған кешеләргә тәмәке тартырға, алкоголле эсемлектәр эсергә ярамай. Ҡанды шыйығайтырға ярҙам итә торған дарыуҙы табип билдәләргә тейеш.