

ЙӘШЕЛСӘ БАҠСАҺЫ
Йәшелсәләр өсөн түтәлдәр әҙерләйбеҙ, теплица йәки парниктарға редис, петрушка, укроп, салат, кинза, рукола һәм рассадаға кәбеҫтә сәсәбеҙ. Картуфты сәсеүгә әҙерләйбеҙ.
ЕМЕШ-ЕЛӘК БАҠСАҺЫ
Баҡсаны үҫемлек ҡалдыҡтарынан, сүп-сарҙан таҙартабыҙ, ҡышҡылыҡҡа бәйләнгән бауҙарын, ябыуҙарын алабыҙ, ағас-ҡыуаҡтар ултыртабыҙ һәм күсереп ултыртабыҙ, зыян күргән ағас ҡабыҡтарын дауалайбыҙ һәм ағартабыҙ, еләк ҡыуаҡтарын бөрөләнгәнгә тиклем ҡыҫҡартып ҡырҡабыҙ, ер еләктәрен кипкән япраҡтарҙан таҙартабыҙ һәм һәләк булғандары урынына яңыһын ултыртабыҙ, ҡоротҡостарҙы һәм ауырыуҙарҙы алдан иҫкәртәбеҙ, прививка эшләйбеҙ.
ДЕКОРОТИВ БАҠСА
Ҡышҡы ябыуҙарын асабыҙ, тупраҡҡа һыуыҡҡа сыҙамлы сәскәләрҙе сәсәбеҙ, йылы яратыусыларҙы рассадаға йәки теплицаға ултыртабыҙ, йәш үҫентеләрҙә күсереп ултыртабыҙ, газонды төҙәтәбеҙ, розаларҙы һәм декоратив ҡыуаҡтарҙы ҡыҫҡартып ҡырҡабыҙ, үҫемлектәрҙе азотлы ашлама менән туҡландырабыҙ.
https://vk.com/bashkortvk?ysclid=lfmcn6feo3411399401