

Ултыртыу өсөн сифатлы орлоҡтарҙы нисек дөрөҫ һайларға? Ветеринария һәм фитосанитария күҙәтеүе буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан буйынса идаралығы бер нисә кәңәш бирә. Иң мөһиме - орлоҡ етештереүсе легаль эшләргә тейеш. Сифатҡа яуаплы ҡарауына гарантиялар ҙа күберәк. Йәшелсә һәм сәскәле үҫемлектәрҙең пакетланған орлоғон һатып алғанда пакеттарҙың маркировкаһын өйрәнегеҙ. Уларҙа орлоҡ һатыусының исеме, адресы һәм телефоны, культураның исеме, сорты, партия номеры, орлоҡтоң ауырлығы (грамдарҙа), орлоҡто һатыу ваҡыты күрһәтелергә тейеш. Сифат тураһында документтар булырға тейеш: орлоҡҡа тап килеү сертификаты йәки таныҡлыҡ. Ағас һәм ҡыуаҡ үҫентеләрен һатып алғанда һатыусынан сорттың тап килеү сертификатын йәки һынау актын һәм һынауҙар протоколын талап итегеҙ.