Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
15 Декабрь 2022, 15:04

Яңы йыл табынына - “сәғәт” салаты

Байрам биҙәге булырҙай был салат һәр кемдең күңеленә хуш килер. 

Яңы йыл табынына - “сәғәт” салаты
Яңы йыл табынына - “сәғәт” салаты

Бының өсөн кәрәк буласаҡ:

бешкән тауык ите — 400 грамм;
йомортҡа — 3;
корейса кишер — 160 грамм;
ҡаты сыр — 100 грамм;
тәменсә тоҙ, майонез;
салатты биҙәр өсөн бер бешкән кишер, бер аҙ петрушка һәм маслиналар алына.

Эш барышы:

тәрилкә өҫтөнә кулинар түңәрәк урынлаштырығыҙ.

Иң аҫҡы ҡатҡа бешкән тауыҡ итен ваҡ ҡына итеп турап һалабыҙ. Өҫтөнә майонез һылайбыҙ.
Икенсе ҡат — корейса кишер.
Өсөнсө ҡат — ҡырғыстан сығарылған сыр. Өҫтөнә — майонез.
Дүртенсе ҡат — ҡырғыстан үткәрелгән йомортҡа ағы, майонез.
Иң һуңғы итеп салат өҫтөнә тигеҙ генә йомортҡа һарыһын һибеп сығабыҙ. Был ҡатҡа майонез кәрәкмәй.Хәҙер салатты ике сәғәткә һыуытҡысҡа алып ҡуйырға кәрәк. Был ваҡыт үткәс, алып, биҙәйбеҙ. Кулинар түңәрәкте алырға онотмағыҙ!

Бешкән кишерҙе түңәрәкләп киҫеп, сәғәт циферблаты формаһында теҙеп сығабыҙ. Уртаға бәләкәйерәк кишер түңәрәге урынлаштырығыҙ, уртаһына бер маслина ҡуйығыҙ. Сәғәт телдәрен дә кишерҙән киҫеп урынлаштырабыҙ.
Һәр кишер түңәрәге өҫтөнә майонез менән сәғәттең һандарын яҙып сығабыҙ. “Циферблат”ты рәсемдәгесә йәшел петрушка менән биҙәһәгеҙ, тағын да матурыраҡ булыр.

Аштарығыҙ тәмле булһын! 

Фото: “https://1000.menu/”

 

Автор:
Читайте нас: