Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
12 Декабрь 2022, 15:14

Эремсекле торт

Ҡамыр өсөн кәрәк буласаҡ: 1  майһыҙ эремсек (обезжиренный творог 1 пачку), 2 йомортҡа, 1 стакан шәкәр ҡомо, ярты балғалаҡ тоҙ, 1,5 балғалаҡ  сода, он.

Эремсекле торт
Эремсекле торт

Крем өсөн кәрәк буласаҡ:

ярты литр һөт,

1 стакан шәкәр ҡомо,
2 йомортҡа,

1,5 аш ҡалағы он,

өй температураһында ятҡан 200 грамм аҡ май.

Эремсекте ваҡлайбыҙ, йомортҡа, тоҙ, шәкәр ҡомо,  сода һалып болғатабыҙ ҙа он ҡушып ҡамыр баҫабыҙ.  Шунан 1 сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуябыҙ.

Крем яһайбыҙ: газға һөттө йылытырға ҡуябыҙ, бер һауытта йомортҡа, шәкәр ҡомо, он һалып туҡыйбыҙ ҙа һөткә һалабыҙ, болғата-болғата бешереп бөтөрәбеҙ. Крем һыуынғас, майҙы һалабыҙ.

Ҡамырҙы 6,7 киҫәккә бүлеп йәйәбеҙ ҙә 180-200 градус эҫелектәге мейестә бешереп алабыҙ. Әҙерҙе крем менән һылағас,  6-7 сәғәттән һуң тортыбыҙ әҙер була.

Фото:  vk.com

 

https://dimbuizary.ru/articles/novosti/2022-12-10/eremsekle-tort-3065876

Автор:
Читайте нас: