Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
9 Декабрь 2022, 15:26

АЛМА БӘЛЕШЕ

Хәтәр тәмле алма бәлеше бешерҙем бөгөн. Ул тәмлелеге, ул матурлығы...

АЛМА БӘЛЕШЕ
АЛМА БӘЛЕШЕ

Һоҡланып бер булдым, әйтәгүр) Бер ҡап аҡмайҙы (маргарин да ярай, "Пышный", "Пышка" йә "Хозяюшка") алдан һыуытҡыстан алып ҡуйҙым, йомшай торһон. 3 йомортҡаның һарыһына (ағын ситкә алып тороғоҙ) 1 стакан шәкәр ҡушып ныҡ ҡына итеп туғыным да, йомшарған аҡмайҙы, аш һеркәһендә һүндерелгән ярты сәй ҡалағы соданы, самалап он ҡушып ҡамыр баҫтым. Бындай татлы ҡамырҙы таҡтала йәйеүе ауыр, шуға ҡамырҙың әҙерәк өлөшөн морозильникка тыҡтым, аҙаҡ кәрәк буласаҡ) Ҡалғанын табаға ҡул менән йәйҙем. Ситтәрен бейек кенә итеп күтәрттем. Эсенә 3-4 алманы ҡырып һалдым да, өҫтөнә баяғы йомортҡаның ағын ярты стакан шәкәр менән туғып ҡойҙом. Бына инде сират морозильникта ял итеп ятҡан ҡамырға ла етте) Бәлештең иң өҫтөнә ошо ҡамырҙы ҡырғыс аша үткәреп һалабыҙ һәм 40 минутҡа духовкаға оҙатабыҙ!
Мин әйтте тиерһегеҙ, иҫ киткес тәмле бәлеш бөтәгеҙгә лә оҡшаясаҡ) Эҫе килеш ҡырҡмағыҙ түлке, һыуынғанын көтөгөҙ. Был бәлеште бешереү барышында иң ауыры шул һыуынғанын көтөү (тиҙерәк тәмләп ҡарағы килә бит!), ә ҡалғаны тиҙ эшләнелә.

Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын, дустарым!

Автор фотолары.

Автор:Гөлназ Ишемғолова.
 
https://gazeta-toratau.ru/articles/rubrika-1/2022-12-07/alma-b-leshe-3060522
АЛМА БӘЛЕШЕ
АЛМА БӘЛЕШЕ
Автор:
Читайте нас: