Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
5 Декабрь 2022, 11:30

Гәрсис һәр саҡ булһын

Аяҡтар талғанда, тамаҡ ауыртҡанда, гайморит, тымауҙа, арҡа ауыртҡанда уны нисек файҙаланырға?

Гәрсис һәр саҡ булһын
Гәрсис һәр саҡ булһын

Гәрсис халыҡ медицинаһында киң ҡулланыла, шуның өсөн уның һәр саҡ ҡул осонда булыуы мөһим.

Аяҡтарҙың айыртыуын баҫыу һәм тынысландырыу өсөн ошолай эшләргә була: ике литр һыуға ике ҡалаҡ гәрсисте болғатып, шунда аяҡты 30 минут тоторға. Арыуы бөтөп, тынысландыра.

Тамаҡ ауыртҡанда 100 миллилитр һыуҙа лимон һутын, берәр балғалаҡ бал, тоҙ, ярты балғалаҡ гәрсисте болғатып, көнөнә 4-5 тапҡыр сайҡатыу яҡшы һөҙөмтә бирә.

Гайморит, тымау ваҡытында ҡайнар һыуҙа манылған туҡымаға ҡоро гәрсис һалып, ҡаш уртаһына йәки танауға ҡуйып тороу еңеллек килтерә. (Күҙгә төшөүҙән һаҡланығыҙ).

Арҡа ауыртҡанда, быуындар тартылғанда түбәндәгесә эшләргә була: эҫерәк һыулы ваннаға 220 грамм ҡоро гәрсис болғатабыҙ һәм 20 минут ятабыҙ. Артығы ярамай.

Дауалауҙы башлар алдынан табип менән кәңәшләшергә онотмайбыҙ.
Фото:darfix.ru

Автор:Аклима Гизатуллина.
 
https://bashgazet.ru/news/s-l-m-t-bulayy/2022-12-05/g-rsis-r-sa-bul-yn-3057287
Автор:
Читайте нас: