Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
24 Ноябрь 2022, 15:30

Запастарҙы оҙаҡ һаҡламағыҙ

Бер нисә йыл рәттән банкаларҙа һуттар, компоттар һаҡлаған хужабикәләр арабыҙҙа күптер, моғайын. Баҡтиһәң, төшлө емеш һуттарын, ҡайнатмаһын оҙаҡ һаҡларға ярамай.

Запастарҙы оҙаҡ һаҡламағыҙ
Запастарҙы оҙаҡ һаҡламағыҙ

Сейә, абрикос төшөндә амигдалин (В17 матдәһе) бар. Оҙаҡ торғанда, зыянлы синиль кислотаһына әүерелә. Яңы ғына әҙерләнгән ҡайнатма, компоттағы амигдалин кеше сәләмәтлегенә зыян килтермәй. Оҙағыраҡ һаҡланған һайын синиль кислотаһының миҡдары арта. Бындай емештәрҙән ҡышҡы запастарҙы бер йыл эсендә ҡулланып бөтөргә кәрәк.

Фото: 7dach.ru

https://ural-rb.ru

 

 

https://dimbuizary.ru/articles/novosti/2022-11-23/zapastar-y-o-a-a-lama-y-3042414

Автор:
Читайте нас: