Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
18 Ноябрь 2022, 16:40

Шешәләге ҡоймаҡ

Шешәләге ҡоймаҡтән селтәрле, матур формалы ҡоймаҡ эшләп була. Йома көн ошолай итеп яҡындарыбыҙҙы һөйөндөрәйек әле.  Бының өсөн 1.5 литрлыҡ шешә һәм воронка кәрәк буласаҡ.  Шешәгә воронка ҡуйып, сиратлап 10 аш ҡалағы он, 2 йомортҡа, 3 аш ҡалағы шәкәр, ярты балғалаҡ тоҙ төшөрәбеҙ, 3 аш ҡалағы үҫемлек майы, 600 гр һөт ҡоябыҙ.   

Шешәләге ҡоймаҡ
Шешәләге ҡоймаҡ

Шешәләге ҡоймаҡтән селтәрле, матур формалы ҡоймаҡ эшләп була. Йома көн ошолай итеп яҡындарыбыҙҙы һөйөндөрәйек әле. 

Бының өсөн 1.5 литрлыҡ шешә һәм воронка кәрәк буласаҡ. 

Шешәгә воронка ҡуйып, сиратлап 10 аш ҡалағы он, 2 йомортҡа, 3 аш ҡалағы шәкәр, ярты балғалаҡ тоҙ төшөрәбеҙ, 3 аш ҡалағы үҫемлек майы, 600 гр һөт ҡоябыҙ. 

Шешәнең ҡапҡасын ябып, ныҡ итеп һелкетә башлайбыҙ. Бына ҡамыр әҙер.

Хәҙер һүрәттәге кеүек фигуралар эшләп, ҡапҡасын тишәбеҙ ҙә ҡоймаҡ ҡоя башлайбыҙ. Ошолай иткәндә воронканы ғына йыуырға кәрәк буласаҡ. тиҙ генә рәхәтләнеп ҡоймаҡ ҡойорға була.

ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын! 

Автор:Эльмира Киеккужина.
 
https://hakmar.ru/articles/fay-aly-k-sht-r/2022-11-18/shesh-l-ge-oyma-3036075
Автор:
Читайте нас: