Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
3 Ноябрь 2022, 12:56

Йүткерек йонсотҡандан шәп сара

Айырыуса  был рецепт дарыу эсергә яратмаған балаларға оҡшар.   Тәмле дауаны эшләр өсөн ике бешкән банан, ике аш ҡалағы бал һәм 400 мл һыу кәрәк буласаҡ.

Йүткерек йонсотҡандан шәп сара
Йүткерек йонсотҡандан шәп сара
Һыуҙы кәстрүлгә ҡоябыҙ ҙа ҡайнататырға ҡуябыҙ. Һыу ҡайнаған арала банандарҙы тышынан әрсеп сәнске ярҙамында яҡшылап иҙәбеҙ.
Һыу ҡайнап сыҡҡас уттан алабыҙ һәм банан иҙмәһен өҫтәп яҡшылап болғатабыҙ.
Ҡуйы ғына масса килеп сығасаҡ.
Артабан әҙерәк һыуытып алабыҙ һәм бал ҡушып болғатабыҙ.
Дарыу әҙер!
 
Көнөнә 4 тапҡыр 2-3 сәй ҡалағын ашарға кәңәш итәләр. 2-3 көн ҡулланғанда йүткереүегеҙ кәмер, яҡшыраҡ йоҡларһығыҙ. Сөнки бананда тынысландырыу әһәмиәтенә эйә матдәләр ҙә бар.
 
Сәләмәт булығыҙ!
Автор:Залия Байгускарова.
 
https://ejansura.ru/articles/auly-y-bayly-y/2022-11-03/y-tkerek-yonsot-andan-sh-p-sara-3015001
Автор:
Читайте нас: