Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
1 Ноябрь 2022, 14:34

Рогаликтар

Был тәмлекәсте бешерер өсөн 200 гр маргарин (йомшарған), 200 гр 20 процентлы ҡаймаҡ, 4-5 стакан он (ҡамыр ҡулға ныҡ йәбешергә тейеш түгел), 2 йомортҡа һәм 1,5 балғалаҡ ҡоро сүпрә кәрәк булыр.

Рогаликтар
Рогаликтар

Башта сөпрәне әҙерәк он, йылы һыу, 1 ҡалаҡ шәкәр һалып, болғап, күпертеп алабыҙ. Ул күпереп сыҡҡас, ҡамыр баҫабыҙ.

Әҙер ҡамырҙы 4 өлөшкә бүләбеҙ ҙә 3 мм ҡалынлығында итеп ҡамырҙы йәйәбеҙ. Эслек һалабыҙ (эслекһеҙ ҙә мөмкин) ҙа рогалик итеп төрәбеҙ. Өҫтөн шәкәргә төртәбеҙ ҙә, алдан ҡыҙҙырылған мейескә тығып, ҡыҙартҡансы бешереп алабыҙ.

Рогаликлы сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!

Автор:Альмира Аюпова.
 
https://ejansura.ru/articles/ashy/2022-10-31/rogaliktar-3010400
Автор:
Читайте нас: