ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
27 Октября 2022, 06:49

Шифалы эсемлекте һәр кем эшләй ала

Ул ҡандағы шәкәр кимәлен нормала тота. Шулай уҡ...

Шифалы эсемлекте һәр кем эшләй алаШифалы эсемлекте һәр кем эшләй ала
Шифалы эсемлекте һәр кем эшләй ала

Кефир һәм ҡарабойҙай ононан үҙенсәлекле эсемлек тәҡдим итәбеҙ. Ул ҡандағы шәкәр кимәлен нормала тота, ҡан тамырҙарын таҙарта, эсәктәр, ашҡаҙан аҫты биҙе эшмәкәрлеген көйләй.

Ҡарабойҙай оно кибеттәрҙә һатыла. Ярманы йыуып, киптереп, блендер йәки ҡәһүә онтағыс ярҙамында тарттырып, үҙегеҙ ҙә эшләй алаһығыҙ. Кискеһен бер стакан кефирға бер аш ҡалағы ошо ондо һалып, яҡшылап болғатығыҙ һәм һалҡыныраҡ урынға (һыуытҡысҡа ла мөмкин) ҡуйығыҙ. Иртәнсәк ашар алдынан тағы берҙе болғап, эсегеҙ.

Эсемлектең зыяны юҡ. Бер ғәҙәтләнһәгеҙ, туҡлыҡлы ла, файҙалы ла рмзыҡ мотлаҡ оҡшар! Татлы ризыҡ яратһағыҙ, аҙ ғына йөҙөм йәки күрәгәне турап, ҡушып ебәрегеҙ.

Фото: otzvip.ru

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова.
 
https://bashgazet.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/2022-10-27/shifaly-esemlekte-r-kem-eshl-y-ala-3004705
Автор:
Читайте нас