

Ҡурай еләге — иң яҡшы тирләтеүсе һәм температураны төшөрөүсе. Уны төрлөсә ҡулланырға мөмкин. Еләктәренән яһалған сиропты йүтәлдән һәм тамаҡ ауыртҡандан эсәләр. Киптерелгән, йә булмаһа туңдырылған бер аш ҡалағы еләк өҫтөнә ҡайнар һыу ҡойоп егерме минут тотҡас, көнөнә ике тапҡыр эҫе көйө эсергә тәҡдим ителә.
Ҡурай еләген һәм йүкә япрағын бер тигеҙ күләмдә алып, бер аш ҡалағы шул ҡушылма өҫтөнә бер стакан ҡайнап торған һыу ҡойғас, егерме минут томалап тоталар ҙа, һөҙгәс, төнгә ҡарай бер стакан эсәләр.
Бер күләмдә алынған ҡурай еләге, үгәй инә үләне, әнис емеше, тал ҡайыры ҡатнашмаһы төнәтмәһен, тирләткес сифатында, шулай уҡ төнгә эсергә ярай.