ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
18 Октября 2022, 06:02

Ҡомалаҡты дөрөҫ ҡулланаһығыҙмы?

Ҡомалаҡты күптәр тик сүпрә ҡайнатыр өсөн ҡулланылған үҫемлек тип белә. Ә ысынында иһә уның файҙаһы бик ҙур.

Ҡомалаҡты дөрөҫ ҡулланаһығыҙмы?Ҡомалаҡты дөрөҫ ҡулланаһығыҙмы?
Ҡомалаҡты дөрөҫ ҡулланаһығыҙмы?

Ҡомалаҡ сәскәһендә С һәм В төркөмө витаминдары күп, минералдарҙан кальций, магний һәм калийға бай.

Ҡомалаҡ тынысландыра, йоҡоһоҙлоҡтан интеккәндәргә лә яҡшы ярҙам итә.

Бынан тыш ҡомалаҡ сәскәһен ауыртыуҙы баҫыр өсөн, көҙән йыйырыуҙан, ялҡынһыныуҙан дә ҡулланалар.

Ашҡаҙан-эсәк юлы эшмәкәрлеген көйләй, һейҙек ҡыуыу сараһы ла була ала.

Аппетитты көйләү өсөн халыҡ медицинаһында ҡомалаҡтың һеркәһен ҡулланалар.

Тағы ла ҡомалаҡ ҡатын-ҡыҙҙар һаулығын, күрем циклын көйләй, циститҡа ҡаршы тора.

Автор:Залия Байгускарова.
 
https://ejansura.ru/articles/auly-y-bayly-y/2022-10-14/omala-ty-d-r-ulllana-y-y-my-2989858
Автор:
Читайте нас