

Уның төнәтмәһе ярҙамында организмды йод менән туйындырып була. Йод етмәһә, дөйөм хәлһеҙлек күҙәтелә, бармаҡтар ҡалтырай, тиҙ ҡыҙып барыла, хәтер насарая, ҡан баҫымы күтәрелә.
Бигерәк тә йодҡа ҡытлыҡ оло йәштәгеләрҙә, ауырлы һәм бала имеҙгән ҡатындарҙа, компьютер менән йыш эш итеүселәрҙә күҙәтелә.
Сәтләүек эсендәге бүлкәттәрҙән шундай рецепт эшләргә була:
1. 1/2 стакан бүлкәткә ике стакан һыуыҡ һыу ҡойоп, талғын утта 10 минут ҡайнатырға.Төнәтмәне бер аҙ һыуытып, ашар алдынан көнөнә берәр йотом эсергә. Дауаланыу ваҡыты - бер - дүрт аҙна. Һөҙөмтәһе - матдәләр алмашыныуы яҡшыра, көс-хәл инә.
2. Шәкәр диабеты менән яфаланғандар өсөн рецепт. Ике ҡалаҡ бүлкәткә 40 процентлы спирт һалып, бер аҙнаға ҡараңғы урынға ҡуйырға. Әҙер булғас, көн дә 5-6 тамсы настойканы һыуға ҡатыштырып ҡулланырға. Дауаланыу ваҡыты - өс аҙна - бер ай. Шәкәр кимәлен тикшереп торорға.
3. Быуындар һыҙлаһа, радикулит йонсотҡанда ла ошо настойка менән яҡшылап ыуынырға мөмкин.
4. Һыу менән яһалған төнәтмәһен ашҡаҙан ауыртҡанда, хәтер насарайғанда, баш ауыртҡанда, йоҡо ҡасҡанда, нервы ҡуҙғығанда эсергә кәңәш ителә.
Һәр дауаланыу алдынан табип менән кәңәшләшергә онотмаҫҡа.
Фото:alkovarov.ru