ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
13 Октябрь 2022, 09:35

Тиҙ генә әҙер була торған пицца

Был пиццаны һеҙ төшкө ашҡа әҙерләргә уйлаһағыҙ, үкенмәҫһегеҙ. Тиҙ генә бешереп була. Етмәһә, ҡамыр менән булышырға ла кәрәкмәй.  Тиҙ генә әҙер була торған пицца өсөн 200 гр ләүәш, 2 йомортҡа, 50 мл һөт, 150 гр ҡаты сыр, 100 гр ветчина, 100 гр помидор, йәшелсә, тоҙ һәм тәмләткестәр үҙегеҙгә оҡшағанса алына.

Тиҙ генә әҙер була торған пиццаТиҙ генә әҙер була торған пицца
Тиҙ генә әҙер була торған пицца

Тиҙ генә әҙер була торған пицца өсөн 200 гр әрмән ләүәше, 2 йомортҡа, 50 мл һөт, 150 гр ҡаты сыр, 100 гр ветчина, 100 гр помидор, йәшелсә, тоҙ һәм тәмләткестәр үҙегеҙгә оҡшағанса алына. 

Башта йомортҡа менән һөттө ҡушып туҡып алабыҙ. Унан ләүәште ваҡ итеп турап ҡушып болғатабыҙ. Был "ҡамырҙы" ҡыҙған табаға һалабыҙ ҙа, өҫтөн тигеҙләйбеҙ. 

Хәҙер инде өҫтөн биҙәйбеҙ. Видеола күренеүенсә, бында шаҡмаҡлап туралған помидор, ветчина һәм ҡырғыстан үткәрелгән сыр алынған. Табаға ҡапҡас ябып, һүрән утта бешерәбеҙ. Сыр иреп сыҡҡас, ул әҙер була. 

Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын! 

Автор:Эльмира Киеккужина.
 
https://hakmar.ru/articles/fay-aly-k-sht-r/2022-10-13/ti-gen-er-bula-tor-an-pitstsa-2987728
Автор:
Читайте нас