

Рецебы:
3 аш ҡалағы ойоған һөт, 2 йомортҡа, 1 сынаяҡ шәкәр ҡомо, 1 бал ҡалағы сода, йә разрыхлитель, 200-250гр май(мин щедрое лето ҡулланам), 3 аш ҡалағы симешкә майы, 2 стакан он.
1 стакан ондо табаҡҡа иләп һалабыҙ, өҫтөнә шәкәр, сода, кефирҙы халып ҡалаҡ менән болғайбыҙ. Бүлмә температураһында иретелгән майҙы ҡушабыҙ шыйығыраҡ булһа он өҫтәйбеҙ, симешкә майын һалабыҙҙа, ҡул менән йомшаҡ итеп ҡамыр баҫабыҙ.
Ҡамырҙы ике өлөшкә бүләбеҙ
Бер өлөшөнән бәләкәй генә лепешкалар эшләп морозильникка тығабыҙ 30 минутҡа.
Икенсе өлөшөн табаға йәйәбеҙ прямо ҡул менән туҡмас таяҡһыҙ. Өҫтөнә төрлө варенье, джем һалырға була.
Мин боролған ҡарағат вареньеһы һалам. Әскелт кенә сыға😋
Морозильниктан өлөштәрҙе алып, ҡырғыс аша үткәрәбеҙ, варенье ҡапланып бөтөрга тейеш, шунан 30-40 минут духовкаға ебәрәбеҙ.
Сәйгә бик тәмле генә пирог әҙер 👍👍👍
Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын 🍵🍵🍵