Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
4 Октябрь 2022, 16:39

Тиҙ әҙерләнә торған салат

“Париж” тип исем биргәндәр уға.

Тиҙ әҙерләнә торған салат
Тиҙ әҙерләнә торған салат

Ингредиенттары:

Фасоль (консерваланған, ҡыҙыл) – 150 г

Бәшмәк (маринадланған опята) – 120 г

Ветчина – 120 г

Сыр – 120 г

Һуған – 1 баш

Кишер – 1 дана

Укроп, тоҙ, майонез – тәменсә

4 кешегә иҫәпләнгән.

Һуғанды шаҡмаҡлап турарға. Кишерҙе ҡырырға. Уларҙы табала ҡыҙҙырып алырға һәм салат һауытына һалырға. Һыуын һарҡытып, фасоль өҫтәргә. Ветчинаны һаламлап турап, бәшмәкте лә турап һалырға. Уларға сыр ҡушырға. Укроп майонез өҫтәргә. Бутарға.

Әйткәндәй, ниңә “Париж” тип атағандарын яҙмағандар.

Автор:Алһыу Ишемғолова.
 
https://dairagazite.ru/articles/bayramdar/2022-10-04/ti-erl-n-tor-an-salat-2976544
Автор:
Читайте нас: