ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
19 Сентябрь 2022, 10:07

Һары сливанан ҡайтантма

1 кг емешкә 1200 грамм шәкәр ҡомо кәрәк. Сливаның һөйәктәрен алып, өҫтөнә шәкәрҙең яртыһын һалып, төнгөлөккә ултыртып ҡуябыҙ. Иртән уны утҡа ҡуйып, ҡайнап сыҡҡас 5 минут бешерергә һәм һыуытырға ҡуйырға. Ике тапҡыр шулай эшләргә кәрәк. Өсөнсөһөндә...Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Һары сливанан ҡайтантмаҺары сливанан ҡайтантма
Һары сливанан ҡайтантма

1 кг емешкә 1200 грамм шәкәр ҡомо кәрәк. Сливаның һөйәктәрен алып, өҫтөнә шәкәрҙең яртыһын һалып, төнгөлөккә ултыртып ҡуябыҙ. Иртән уны утҡа ҡуйып, ҡайнап сыҡҡас 5 минут бешерергә һәм һыуытырға ҡуйырға. Ике тапҡыр шулай эшләргә кәрәк. Өсөнсөһөндә шәкәрҙең ҡалғанын һалырға. Ҡайнап сыға башлаһа уттан алырға. Уны матурлап болғатырға һәм стерилләнгән банкаларға тултырырға. Әгәр слива йомшаҡ булһа, ике тапҡыр ҡайнатыу ҙа етә.

Фото асыҡ сығанаҡтан алынды.

Автор:Лилия Такаева.
 
https://hakmar.ru/articles/fay-aly-k-sht-r/2022-09-19/ary-slivanan-aytantma-2955315
Автор:
Читайте нас