

Ниндәй аҙыҡ-түлек хаҡында һүҙ бара?
Миҫал - баклажан һәм таш ҡабаҡ. Баклажан ҡабығында белгестәр антоциан булыуын раҫлай, ә был ҡартайыуҙан һаҡлап ҡалырға мөмкинлек биргән ҡеүәтле антиоксидант.
Таш ҡабатың йәшел тышы хлорофилл һәм көслө иммунитет өсөн кәрәкле С витамины менән бай. Организмға лимон һәм әфлисун ҡабығын ҡулланғанда ла файҙаһы күберәк буласаҡ. Уның С витаминына, антиоксиданттарға бай булыуы иҫбатланған.
Алманың ҡабығында А һәм С витаминдарын, кальций, фосфор бар.
Әрсемәй ашарға мөмкин һәм кәрәк булған тағы бер продукт - ҡыяр. Уның ҡабығы В витаминдарына, бета-каротин һәм калийға бай.
Ә һеҙ был ризыҡтарҙы ҡабығы менән ашайһығыҙмы?