

Ҡамыр өсөн кәрәк буласаҡ:
- 3 йомортҡа;
- 0,5 сәй ҡалағы тоҙ;
- 0,5 сәй ҡалағы аш содаһы;
- 4 аш ҡалағы кефир;
- 1 стакан шәкәр ҡомо;
- 100 гр аҡ май;
- 4 стакан он;
Крем өсөн:
- 100 грамм аҡ май;
- 2 ҡалаҡ бал;
- 1 банка ҡуйыртылған һөт (сгущенка);
- мәк;
Әҙерләү:
1. Ҡамырҙы баҫып икегә бүлгәндән һуң, уны һыуытҡысҡа (6 сәғәткә) ҡуябыҙ;
2. Ҡатыған ҡамырҙы терка аша, йә булмаһа үткәргес аша ваҡлағандан һуң бешереү өсөн әҙерләгән табаға һалабыҙ;
3. Бешеп сыҡҡандан һуң крем менән болғатып ҡырмыҫҡа иләүенә оҡшатып өйөп ултыртабыҙ.