Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
5 Август 2022, 09:24

"Сәйгә ҡушып эсәм - бик тәмле була..."

Кейәү үләнен ҡан баҫымын көйләү, инсультты иҫкәртеү өсөн ҡулланырға кәңәш итәләр. Ул тағы ниндәй сирҙәрҙән файҙалы? 

"Сәйгә ҡушып эсәм - бик тәмле була..."
"Сәйгә ҡушып эсәм - бик тәмле була..."

"Кейәү үләнен элекке йылдарҙа гел урман яғына барып йыя инек, быйыл, Аллаға шөкөр, үҙебеҙҙә лә уңды, - ти Хәйбулла районының Сиҙәм ҡасабаһында йәшәгән Байғусҡарова Фәниә Абдулла ҡыҙы. - Уны күп итеп йыйып алып, киптереп, сәй эшләйем. Ҡара сәйгә ҡушып ебәрһәң, шундай хуш еҫле, тәмле килеп сыға. Кейәү үләненең файҙалы яғын да белеп бөттөм инде. Һыуыҡ үткәреп йүткергәндә үҙенән генә төнәтмә яһап ҡулланам - һөҙөмтәһе ыңғай, тын юлын тиҙерәк таҙартыуға булышлыҡ итә. Һыҙланғанда ла һиҙелерлек ярҙам итә - ауыртыныуҙы баҫа. Ашҡаҙан-эсәк юлындағы эшмәкәрлекте яйға һала - эс ташыуҙы, ҡатыуҙы бөтөрә. Теш ҡаҙнаһы ҡанағанда уның төнәтмәһе менән сайҡатып ебәреү ҙә елһенеүҙән, ауыртыныуҙан ҡотҡара. Ҡан баҫымын көйләү, инсультты иҫкәртеү өсөн дә ҡулланырға була уны. Бынан тыш, стресс менән көрәшергә, иммунитетты күтәрергә һәләтле был үлән. Уның бәүел ҡыуҙырыу үҙенсәлеге бар, шуға йоҡларҙан ике сәғәт алдан эсергә кәрәк. Шулай уҡ ныҡ мауығырға ла кәрәкмәй - көнөнә 0,5 литрҙан артығы ярамай".

Ысынлап та кейәү үләне - бик файҙалы үҫемлек. Унда магний, калий, кальций, тимер, марганец, баҡыр, цинк, селен, барий, шулай уҡ С, А һәм В төркөмө витаминдары тупланған. Составында тимол тигән матдә күп булғанлыҡтан ул антисептик ролен дә үтәй - елһенеү процесына һәм бактерияларға ҡаршы көрәшеү һәләте бар уның.

Кейәү үләне косметологияла ла уңышлы ҡулланыла. Бактерияға ҡаршы сара булараҡ, уны бит таҙартыу шыйыҡсаларына, дезодоранттарға ҡушалар.

Кемдәргә ҡулланыу ярамай?  Ҡан баҫымы үтә юғары булғандарға, ауырлы ҡатын-ҡыҙға, ҡалҡан биҙе, бөйөрҙәре сирлеләргә, 2 йәшкә тиклемге балаларға, был үләнгә аллергия булғандарға кейәү үләнен дауалау маҡсатында ҡулланыу тыйыла.

Фото: 2sotki.ru

Автор:Аклима Гизатуллина.
https://bashgazet.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/2022-08-05/s-yg-ushyp-es-m-bik-t-mle-bula-2898759
"Сәйгә ҡушып эсәм - бик тәмле була..."
"Сәйгә ҡушып эсәм - бик тәмле була..."
"Сәйгә ҡушып эсәм - бик тәмле була..."
Автор:
Читайте нас: