Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
5 Август 2022, 09:53

Әремдең сәскә атҡан ваҡыты, йыйып ҡалығыҙ!

Әремдә бик ҡиммәтле эфир майҙары бар. Ул һауаны сафландыра, көсөргәнешлекте кәметә, баш ауыртыуын баҫа, дөйөм эшкә һәләтлелекте күтәрә, хәтерҙе, йоҡоно яҡшырта.

Әремдең сәскә атҡан ваҡыты, йыйып ҡалығыҙ!
Әремдең сәскә атҡан ваҡыты, йыйып ҡалығыҙ!

Ябай әрем составына 0,6% эфир майы, каротин, С витамины, рутин бар. Боронғо халыҡ медицинаһында ла ул киң ҡулланылған. XVII быуатта әрем һутын эренле яраларҙы таҙартыу өсөн ҡулланғандар.  Дисменорея, аменорея кеүек ҡатын-ҡыҙ сирҙәренән дә әрем килешә; эпилепсия һәм нервы системаһы ауырыуҙарын дауалауҙа ла әрем киң ҡулланыла. Кейәү үләне менән бергә алкоголизмдан дауалауҙа файҙаланыла.  Шулай уҡ туберкулез менингиты, шәкәр диабеты, һары ауырыуы, эскә-ашҡаҙан юлы проблемалары ваҡытында ярҙам итә. Көнсығышта ябай әрем ҡанды туҡтатыу сараһы булараҡ та, ваба, махау кеүек йоғошло сирҙәрҙән дә; имгәнгәндә компресс сифатында, тын юлдары ауырыуҙары, ревматизм, бәүел ҡыуыу өсөн дә файҙаланылған.

Әремдән миндек әҙерләгәндә үҫемлектең төрҙәрен, уның үҙенсәлектәрен белеү фарыз. Сөнки ҡайһы бер төрҙәре ныҡ көслө, ундайҙар менән бик һаҡ эш итергә кәрәк.

 Донъяла әремдең 400-ҙән ашыу төрө билдәле, Рәсәйҙә шуның 180 төрө үҫә. Ергә талымһыҙ, урамдарҙа ла, юл буйҙарында ла, баҡсалар, ҡоймалар янында, ташландыҡ ерҙәрҙә лә осратырға мөмкин.

 Заманында әрем тураһында Әбуғалисина менән  Гиппократ та үҙҙәренең хеҙмәттәрендә телгә алған.  Хәҙерге табиптар ҙа был шифалы үҫемлек маҡтай.

Уның организмды таҙартыу үҙенсәлеге, моғайын да, күптәргә билдәлелер. Мәғлүм булыуынса, кешелә бихисап төр зарарлы микробтар булыуы ихтимал. Бауыр сирҙәре, псориаз, аллергия, хатта инфаркт та шул микроогранизмдар арҡаһында ҡуҙғыуы ихтимал.

Дауаланыу өсөн 100 г әрем алына. Тәүге өс көндә кипкән әремде самалап өс сәғәт һайын ҡабып, яҡшылап сәйнәп, йылымса һыу менән йотоп ебәрегеҙ. Өс көндән һуң көнөнә дүрт тапҡыр шулай итегеҙ. Ашау ваҡытына яраҡлаштырыуҙың кәрәге юҡ, ни бары ит, һөт ризыҡтарын сикләргә кәңәш ителә. Дауаланыу бер аҙна бара. Ике йылға бер тапҡыр ҡабатлап тороу организмды таҙарта.

Әремдең ғәжәйеп бер үҙенсәлектәренең береһе – уның органик составы кеше ашҡаҙанындағы үт шыйыҡлығына тап килә. Шуға күрә аш эшкәртеү түбән булғанда, эс ташҡанда, ауыҙҙан насар еҫ килгәндә киң файҙаланыла, бауырҙы таҙарта. 

 Әрем татлы ризыҡтарға тартылыуҙы ла кәметә, шәкәр сирлеләргә лә ярҙам итә.

 Дарыу иһә былай яһала: ике аш ҡалағы ваҡланған әремде эмаль һауытҡа һалып, бер стакан ҡайнап ҡына сыҡҡан һыу ҡойоғоҙ. Ҡапҡас ҡаплап,  икенсе бер һыулы һауытҡа ултыртып, 15 минут ҡайнатығыҙ ҙа һыуығас, һөҙөгөҙ.  Ҡайнаған һыу өҫтәп, 200 г тиклем еткергәс, ашарҙан 30 минут алда көнөнә өс тапҡыр ярты стакандан кәмерәк күләмдә эсергә.  Ике аҙна дауаланғас, ике аҙна ял итеп, тағы ла берәр рәт ҡабатлағыҙ.

 Әремде төнәтмәһе бик көслө дарыу. Йөклө һәм бала имеҙгән ҡатындарға, ашҡаҙан йәрәхәте, гастрит борсоғанда, әселек түбән булғанда, үт ҡыуығында таш ҡуҙғалғанда әрем менән дауаланырға ярамай.

Табиптар менән кәңәшләшеү мотлаҡ.

Автор:Айгөл Айытҡолова.
https://moradim.ru/articles/y-m-i-t/2022-08-03/remde-s-sk-at-an-va-yty-yyyyp-aly-y-2897038
Автор:
Читайте нас: