Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
5 Август 2022, 09:59

Гортензия үҫтерергә теләүселәргә бер нисә кәңәш

Күптәрегеҙ баҡсаларында күп йыллыҡ сәскәләргә өҫтөнлөк бирә. Гортензияны ла үҫтерергә күптәр ҡыҙыға. Эре-эре сәскәләре менән күҙҙең яуын алып торған был үҫемлеккә ҡыҙығырлыҡ та шул. Зәңгәр, алһыу, шәмәхә төҫтәгеләре, шар кеүек һәм суҡланып сәскә атҡандары - сорттары күп уның. Был матур сәскәне үҫтерергә теләүселәргә түбәндәге кәңәштәр ярап ҡалыр.

Гортензия күләгәлерәк урынды ярата. Был матур сәскәне үҫтерергә теләүселәр өсөн төп ҡағиҙә. Көнө буйы ҡояш ҡыҙҙырған урында шаулап сәскә атып ҡыуандырмауы ла бар.Көндөҙ әҙерәк күләгә төшөлөк урынды һайлағыҙ.

Гортензия ҙур ҡыуаҡ булып үҫә. Шуға ла уға иркен урын кәрәк. Бер нисә ҡыуаҡты ултыртырға уйлаһағыҙ, араларын 1,5 метрҙан дә кәм итмәҫкә кәрәк.

Күп үҫемлектәр һелтеле (щелочной) тупраҡ яратһа, гортензиялар әсе тупраҡты үҙһенә. Ошо талапты үтәгәндә генә, гортензияларығыҙ шау сәскәгә күмелер.

Гортензияның икенсе исеме – гидрангея. Гортензияға даими рәүештә һыуҙы мул итеп даими һибергә кәрәк. Үҫемлек үҫкән тупраҡ кибергә тейеш түгел. Һауа торошона ҡарап һыу һибеп торорға кәңәш итәләр.

Ваҡытында ҡороған ботаҡтарын ҡырҡып, ҡыуаҡты формалаштырып торорға кәрәк.

Гортензия өсөн махсус ашламалар бар. Уларҙы таба алмаһағыҙ, рододендрон йәки вереск өсөн тәғәйенләнгәнен алығыҙ.Яҙғыһын сәскә атыусы үҙемлектәр өсөн махсус ашламаны берәр ҡалаҡ һалып сығырға мөмкин.

Тупраҡты әсетеү өсөн лимон кислотаһы ҡулланыла (10 л һыуға 2 аш ҡалағы лимон кислотаһы һалына). 20 көн һайын ошо ҡатнашманы тамырларына һибергә кәрәк.

Был үҫемлек әсе һөт йәки кефир менән ашландырыуҙы ла ярата (1 л кефир йәки әсегән һөткә 10 л һыу). Гортензияғыҙҙың япраҡтары матурланып китер.

Марганцовкалы эретмә ботаҡтарын нығытасаҡ, гортензияғыҙ көслө елгә бирешмәҫ.

Гортензия бөжәктәргә бирешеп бармай. Уның берҙән-бер дошманы – лайлалы ҡусҡар. Унан һаҡланыр өсөн кипкән йомортҡа ҡабыҡтары ярҙамға килер. Ҡыуаҡты уратып һибеп сығырға кәрәк.Ошо кәңәштәргә ҡолаҡ һалһағыҙ, гортензияларығыҙ шаү сәскәгә күмелеп һеҙҙе ҡыуандырыр ғына.
 
Автор:Залия Байгускарова.
https://ejansura.ru/articles/faiza/2022-08-03/gortenziya-tererg-tel-sel-rg-ber-nis-k-sh-2897272
Автор:
Читайте нас: