Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
4 Август 2022, 13:43

Был йәшелсәне йышыраҡ ашарға кәрәк, ти белгестәр

Бигерәк тә гипертонияға дусар кешеләргә

Был йәшелсәне йышыраҡ ашарға кәрәк, ти белгестәр
Был йәшелсәне йышыраҡ ашарға кәрәк, ти белгестәр

Табип-диетолог, эндокринолог Наталья Лазуренко “Мәскәү-24” каналында барыбыҙ өсөн дә яҡшы таныш йәшелсәләрҙең юғары ҡан баҫымын түбәнәйтә алыуы тураһында һөйләне.

 Был мөғжизәле йәшелсәләрҙең береһе – ҡыяр. Гипертонияға дусар кешеләргә был йәшелсәне йышыраҡ ашарға кәрәк, ти белгес, сөнки уның составында ҡан тамырҙарына ыңғай тәьҫир итеүсе микроэлементтарҙың күп миҡдарҙа булыуы билдәле. Белгестең фекеренсә, йәшелсәлә калий һәм натрий ҙа тейешле кимәлдә, тик уны тоҙламай ашарға кәрәк. “Әгәр ҡыярҙы ҡырҡып тоҙлаһағыҙ, натрий миҡдары арта, организм ҡан баҫымынан һәм тамыр сирҙәренән  тейешенсә яҡланмаясаҡ”,– тип аңлата табип.

Юғары ҡан баҫымынан яфаланған кешеләргә помидор ашау ҙа файҙаға, сөнки унда ликопин  матдәһе бар. Ә ул организмда алмашыу процестарын яҡшыртыу һәләтенә эйә, тип раҫлай белгес.

 

Фото:detkisuper.ru

Автор:Дина Арсланова.
 
https://bashgazet.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/2022-08-04/byl-y-shels-ne-yyshyra-ashar-a-k-r-k-ti-belgest-r-2897540
Автор:
Читайте нас: