Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
2 Август 2022, 10:26

Баҡсасыларға

Үлән беттәренә ҡаршы көрәш ысулы

Баҡсасыларға
Баҡсасыларға

Август башы – тырышып, күңел йылыһын биреп үҫтергән йәшелсә-емеш мул уңыш менән һөйөндөргән мәл. Был саҡта түтәлдәрҙән ҡый үләнен утап торорға кәрәк. Сүп үләндәре шәбәйһә, унда үлән бете үрсей башлай. Үлән беттәренә ҡаршы япраҡтарҙың аҫҡы яғына көллө һыу һиптерәләр. Һуған ҡабығы төнәтмәһе лә ярҙам итә. Ярты күнәк һуған ҡабығына (һарымһаҡ остарын да өҙөп һалырға була) тулғансы ҡайнар һыу ҡоялар. Бер тәүлек төнәткәс, тағы 1 күнәк (10 литр) һыу һәм 50 г һабын менән бутайҙар ҙа шыйыҡсаны үҫемлектәргә һибәләр.

Автор:Юлай Мурзабаев.
 
https://ejansura.ru/articles/auyl-khuzhaly-y/2022-07-31/ba-sasylar-a-2893620
Автор:
Читайте нас: