Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
1 Август 2022, 09:49

Ҡауын менән ҡарбузды һайлай беләһеңме?

Отолаһың килмәһә, беҙҙең кәңәштәргә ҡолаҡ һал

Ҡауын менән ҡарбузды һайлай беләһеңме?
Ҡауын менән ҡарбузды һайлай беләһеңме?

Ҡауын йәки ҡарбузды яратмағын кеше юҡтыр. Әле уны күпләп һатҡан осор.  Нисек тәмлеһен, бешкәнен генә һайлап алырға? Был кәңәштәрҙең ошо татлы емеште яратыусыларға файҙаһы тейер.

 Ҡауын һайлағанда  уның өлгөрөүен иң тәүҙә еҫенә ҡарап билдәләргә була, татлы, өлгөргән емештең  еҫе  аңҡып тора. Саҡ ҡына ҡауынға усығыҙ менән  һуғып ҡараһағыҙ, тоноҡ тауыш сығарыуы ла уның өлгөргәнен күрһәтә. Ҡабығына ла  иғтибар итегеҙ: әҙ генә баҫҡанда  кире ҡалҡыуы яҡшы, ҡабығы йомшаҡ булып,  бармаҡ эҙҙәре ҡала икән – тимәк ул ныҡ бешкән,  алмауығыҙ хәйерле. Тышында тишелгән, ярылған урындар булмауын да күҙ уңында тотоғоҙ. Ҡауындың төҫө лә күп нәмә тураһында һөйләй:  ниндәй сорт булыуға ҡарамаҫтан, уның бер төрлө тигеҙ булыуы мөһим.

Ҡарбузды һайлауҙың да үҙ сере бар. Иң элек  ҡабығын ҡарағыҙ,  йомшаҡ урындар, киҫелгән, ярылған ерҙәре булмаһын, яҡшы емештең ҡабығы ҡаты була. Ерҙә ятыуҙы сағылдырған билдә - бер яҡ ситендәге һарғылт тап булыуы  яҡшы. Был иһә ҡарбуздың үҙе өлгөргәнлеген аңлата, ләкин артыҡ ҙур ҙа, бик бәләкәй ҙә булмаһын. Арҡыс-торҡос үткән үрмәкес ауы һымаҡ һоро биҙәктәр, һеркәндереү ваҡытында бал ҡорттарының күп ҡуныуын күрһәтә. Ҡарап тороуға тышҡы йөҙө бик матур булмаһа ла, бындай ҡарбузды татлыраҡ тиҙәр. Ҡарбузға ҡағып ҡараһағыҙ,  тауышы яңғырауыҡлы икән - емеш һутлы. Ҡарбузды ҡолағығыҙға килтереп ике яҡтан ҡыҫҡанда, еңелсә генә сытырлау тауышы ла  өлгөрөү билдәһе. Ҙурлығына ла иғтибар итегеҙ, артыҡ бәләкәй ҡарбузды алырға тырышмағыҙ, уның өлгөрмәй өҙөлөү ихтималлығы бар.

Ҡауын, ҡарбуз һайлағанда уңыштар һеҙгә. Яҡындарығыҙҙы тәмле, файҙалы емештәр менән һыйларға яҙһын.

Фото: Башинформ.

Автор:Резеда Шәнгәрәева.
 
https://bashgazet.ru/articles/ba-sa/2022-07-31/auyn-men-n-arbuzdy-aylay-bel-e-me-2893657
Автор:
Читайте нас: