Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
7 Июль 2022, 13:08

Баҡса еләгенән коктейль

Баҡсала еләктәр ҡыҙарып бешә. Уларҙан төрлө тәмлекәстәр әҙерләйек әле.

Баҡса еләгенән коктейль
Баҡса еләгенән коктейль

Түбәндә һеҙгә уның бер ысулын тәҡдим итәбеҙ:
400 мл һөт, ике аш ҡалағы туңдырма, ҡурай еләге, бер аҙ ҡыҙыл ҡарағат, тәменсә шәкәр пудраһы кәрәк буласаҡ.
Еләкте яҡшылап йыуып, бер аҙ киптереп алғас, туңдырма, һалҡын һөт ҡушып, блендер ярҙамында иҙәбеҙ. Аҡ күбек барлыҡҡа килергә тейеш. Был коктейль бигерәк тә балаларға хуш килер.

https://dimbuizary.ru/articles/common_material/2022-07-07/ba-sa-el-gen-n-kokteyl-2866346

 

 

Автор:
Читайте нас: