Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
7 Июль 2022, 10:16

Һары мәтрүшкә. Зәңгәр мәтрүшкә. Ҡайһыһы файҙалыраҡ?

Уның хатта 99 ауырыуҙан файҙалы икәнен күптәр беләлер  

Һары мәтрүшкә. Зәңгәр мәтрүшкә. Ҡайһыһы файҙалыраҡ?
Һары мәтрүшкә. Зәңгәр мәтрүшкә. Ҡайһыһы файҙалыраҡ?

Зәңгәр мәтрүшкә (душица обыкновенная) – уның бейеклеге 30 – 80 см, июль-август айҙарында сәскә ата, август-сентябрҙә емеше өлгөрә. Мәтрүшкә ҡорораҡ ерҙә, урман ситендә, тау биттәрендә, йылға ярҙарында үҫә.

Ҡышҡылыҡҡа һаҡлар өсөн 20 – 30 сантиметр оҙонлоҡта ҡырҡып алып, яҡшы елләтелгән ерҙә киптерәләр. Бәйләме менән һаҡлағанда – бер йыл, ваҡлап, ныҡ ябылған үтә күренмәле һауытта тотһаң, өс йылға тиклем ҡулланырға була.
Зәңгәр мәтрүшкәнең файҙаһы ифрат ҙур. Ул тәбиғи антибиотик булып һанала. Сос­тавында корвалол, аскорбин кисло­таһы, эфир майҙары күп. Ул тән температураһын төшөрә, йүткергәндә ярҙам итә, артыҡ холестеринды ҡыуа. Уны шулай уҡ нервы ауырыуҙарынан, ҡан баҫымы юғары булғанда, атеросклероздан да ҡулланалар.Теш һыҙлағанда әҙерәк сәйнәһәң һыҙлауҙы баҫа.
 
Һары мәтрүшкә (зверобой). Һары мәтрүшкә лә – бик күп ауырыуҙарға дауа. Халыҡ уны юҡҡа ғына "99 ауырыуҙан дауалау үләне" тип атамаған. (һары мәтрүшкә йәй башында сәскә ата. Аның составында эфир майы, глицерин, витаминдар бар. Төнәт­мәһе бөйөр, ашҡаҙан, эсәк, бауыр ауырыуҙарынан файҙаланыла. Психикаға яҡшы тәьҫир итә, депрессиянан ҡотолорға ярҙам итә. Әммә һары мәтрүшкәнең төнәтмәһен оҙаҡ эсергә ярамай,тән температураһы, ҡан баҫымы юғары булғанда ла төнәтмәне эсмәй торорға кәңәш итәләр. Башҡа дарыуҙар эскәндә лә тыйылып торорға кәрәк.
Шулай ҙа мәтрүшкәнең зыяны барлығын да онотмағыҙ: уны йөклө ҡатындарға ҡулланыу кәңәш ителмәй, сөнки аналыҡты ҡыҫҡарта, бала төшөү, сабыйҙың ваҡытынан алда тыуыу ҡурҡынысын арттыра. Ир-аттар күп ҡулланһа, енси көсһөҙлөккә килтерә.

Йәмле тыуған еребеҙҙең шифалы үләндәрен ваҡытында йыйып ҡалайыҡ, сәләмәт булайыҡ!
 
Автор фотоһы.
Автор:Карима Усманова.
https://bashgazet.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/2022-07-07/ary-m-tr-shk-z-g-r-m-tr-shk-ay-y-y-fay-alyra-2865894
Автор:
Читайте нас: