Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
22 Июнь 2022, 17:11

Тиҙ тоҙлана торған ҡыяр

Уңған хужабикәләр яңы ҡыяр ашап ҡына түгел, уны тоҙлап та өлгөрҙөләр.

Тиҙ тоҙлана торған ҡыяр
Тиҙ тоҙлана торған ҡыяр

Баҡсасылар белдереүенсә, быйыл ҡыярҙың уңышы һөйөндөрмәксе. Уңған хужабикәләрҙең теплицаларында ҡыярҙар күптән өлгөргән дә инде. Улар хәҙер ҡыярҙарын тоҙлап та файҙалана. Кемдәрҙең баҡсаларында ҡыярҙары мул уңыш биргән, уларға еңелсә һәм тиҙ тоҙлана торған рецепт тәҡдим итәбеҙ.

Тиҙ тоҙлана торған ҡыяр
1. Тоҙламаһыҙ (рассол):
* 1 кг йәтеш кенә ҡыярҙар;
* 1 аш ҡалағы тоҙ;
* 3-4 һарымһаҡ;
* укроп.
Укропты, һарымһаҡты ваҡ итеп турарға. Ҡыярҙы йыуып, остарын ҡырҡып ташларға. Полиэтилен пакетҡа ҡыярҙы теҙеп һалырға, шунда уҡ укроп, һарымһаҡ, тоҙ өҫтәргә. Пакеттың осон тығыҙ итеп бәйләргә. Һыуы аҡмаһын өсөн тағы бер пакетты ҡатларға була. Ныҡ ҡына һелкетеп алғандан һуң һыуытҡысҡа ҡуйырға. Мәле-мәле менән һелкетеп торорға онотмағыҙ. 6-8 сәғәттән һуң хуш еҫле тоҙло ҡыяр һеҙҙең табынығыҙға йәм бирер.

Фото: boned.ru
 

Автор:Карима Усманова.
https://bashgazet.ru/articles/ba-sa/2022-06-22/ti-to-lana-tor-an-yyar-2850020
Автор:
Читайте нас: