Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
17 Июнь 2022, 15:50

Бер түтәлдән күп ҡыяр алам, тиһәң

Был йәшелсәне үҫтерә белһәң, аҙ ғына ерҙән дә мул уңыш алырға була. 

Бер түтәлдән күп ҡыяр алам, тиһәң
Бер түтәлдән күп ҡыяр алам, тиһәң

Был төр йәшелсәнең үҙенсәлеге шунда: бер төптән 150-гә тиклем ҡыяр йыйып алырға мөмкин. Шун­лыҡтан аҙ майҙанда ла уңыш мул була. Бәйләмләп уңыш биреүсе ҡыярҙы йыш ултыртмағыҙ. Асыҡ тупраҡта бер квадрат метрға 4 төп етә. Йәш бөрөләрҙең үҫеше тот­ҡарланмаһын өсөн өл­гөргәнен йыш йыйырға кәрәк. Уңышы мул тип, орлоҡҡа ҡал­дырмағыҙ, унда гендар һаҡланмай. Уңыш бир­гәндә минераль ашлама менән туҡлан­дырығыҙ. Ул булмағанда үләндәр төнәтмәһе лә ярай.
Ҡыяр мыйыҡ ебәрһә, еп һуҙып йәки таяҡ ҡуйып, өҫкә үрмәләтергә кәрәк.

Ҡайһы бер баҡсасылар, был сортты алып та, ҡыярҙың уңышы түбән булыуына зарлана. Был осраҡта сорт ғәйепле түгел, ә үҫтереүҙә хаталар булған тигән һүҙ. Бәлки, яҡтылыҡ, йылы етмә­гәндер, ел һуғып торған ерҙә үҫкәндер. Ямғырлы йәйҙә бындай йәшелсә асыҡ һауала матур булып үҫмәйәсәк. Ҡыҫыр сәс­кәләре булмаһын өсөн «Эпин», «Циркон» препараттары менән эшкәр­тегеҙ. Яҡшы уңыш алыр өсөн һыуҙы мул һибергә, азотлы ашламалар менән бик мауыҡмаҫҡа кәрәк.

Ниндәй сорттары яҡшы?

Теплица өсөн «Мальчик с пальчик», «Младший лейтенант», «Три танкиста», «Марьина роща» сорттары яҡшы. Һабаҡтары йә­йелмәйенсә үҫеүсе сорт ултыртҡығыҙ килһә, «Муравей», «Кузнечик», «Козырная карта» сорттарына өҫтөнлөк бирегеҙ.
F1 «Желудь», F1 «Капитан» сорттары ла һәйбәт. Температура 15, 16 градусҡа еткәс кенә асыҡ грунтҡа ултыртығыҙ.
Теплицаға сәсергә F1 «Балконный», F1 «Карапуз» сорттары бара.

Автор:Гульгина Тагирова.
 
https://aulut.ru/articles/novosti/2022-06-06/ber-t-t-ld-n-k-p-yyar-alam-ti-2831660
Автор:
Читайте нас: