ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
17 Май 2022, 06:52

"Килен"де нисек ҡарарға?

Күптәр уны «Беҙҙең килен» тип, яратып һөйләй. Яратмай ни, күпме эштән ҡотҡара бит. Шуға ла уны ҡәҙерләргә кәрәк.  

"Килен"де нисек ҡарарға?"Килен"де нисек ҡарарға?
"Килен"де нисек ҡарарға?

Кер йыуыу машинаһы – йортта иң кәрәк әйберҙәрҙең береһе. Күптәр уны «Беҙҙең килен» тип, яратып һөйләйҙәр. Яратмай ни, керҙәреңде тултыраһың, йыуып бөткәнен көтөп, сығарып элергә генә ҡала бит. Күпме эштән ҡотҡара. Шуға ла ҡәҙерләп, ипләп тотонорға кәрәк. Юғиһә, машина тиҙерәк тә ватылып сығасаҡ. Кер йыуыу машинаһының ғүмерен оҙайтыу өсөн түбәндәге ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәргә кәрәк икән.

Кәрәгенән артыҡ күп порошок һалмағыҙ.
«Порошок күберәк булһа, яҡшыраҡ» тигән дөрөҫлөккә бөтөнләй тура килмәй. Порошок күләме кейем таҙалығына йоғонто яһамай. Ә бына барлыҡҡа килгән күбек һыу ағыҙыу системаһына кәртә тыуҙыра. Артыҡ порошок йәбешеп ҡатып ҡала, кондиционерҙың барабан эсенә төшөп етеүенә ҡамасаулай, керҙәр насар йыуыла. Ҡул менән йыуыу өсөн сығарылған порошокты машинала ҡулланыу шулай уҡ уның ғүмерен ҡыҫҡарта.

 Эске кейемдәр һәм носкиҙарҙы махсус ҡапсыҡһыҙ йыумағыҙ.
Бер юлы күп кейем тултырмағыҙ. Беренсенән кейем насар йыуыласаҡ, икенсенән подшипниктары эштән сыға.

Кер йыуыуҙың тағы бер мөһим ҡағиҙәһе: мамыҡ һәм етен туҡыманан тегелгән кейемдәрҙе барабандың 3/4 өлөшө
2. синтетик кейемдәрҙе ярты барабанлыҡ

  1. йөндән тегелгән кейемдәрҙе барабанды 1/3 өлөшө ҡапланырлыҡ итеп һалығыҙ.
    Фильтрҙы таҙартырға онотмағыҙ. Ул барабанға эләгергә тейеш булмаған сүптәрҙе йыя: сәстәр, резинкалар, тимер аҡсалар. Фильтрҙы йылына 4 тапҡыр таҙартырға кәрәк. Машинанан насар еҫ сыға башлаһа йәиһә керҙәр насар йыуылһа, йышыраҡ таҙартһағыҙ була.

Кер машинаһының үҙен дә аш һеркәһе йәки лимон кислотаһы һалып, юғары температурала буш килеш әйләндереп алығыҙ.

Эшләмәгән саҡта машинаның ишеген асып ҡуйығыҙ. Һыуығыҙҙы йомшартығыҙ, һыу ҡаты булһа, кер насар йыуыла, машинаға юшҡын ултыра.

Интернет мәғлүмәттәре ҡулланылды.

Автор:Альфина Юлчурина.
https://tanburz.ru/news/y-nsellek/2022-05-17/kilen-de-nisek-arar-a-2806666
Автор:
Читайте нас